Һилал. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Һилал*



Төнгө урам. Шығыр-шығыр һуҡмаҡ.
Сафлыҡ аңҡый һәммә тарафтан.
Өшөү белмәҫ йәшлек. Хатта ҡарҙар
Ирер кеүек ғашиҡ ҡараштан.
Ҡар менән күк бергә ҡауышҡан да
Күкһел нурға сумған бар тирә,
Ҡулдарымды өрөп йылытаһың .
...Иҫеңдәме татлы хәтирә?
Тәү яңы йыл - бергә ҡаршы алған,
һүҙһеҙ генә әйткән саф хистәр,
Ҡанаттарын елпеп, пар аттарҙай
Алып елде ҡышҡы бар кистәр.
Ҡош Юлынан үттек осоп ҡына,
Ай-ураҡҡа атты бәйләнек.
...Һилал* күргән һайын шул ваҡытҡа
Ҡайтаһыңмы, йәнем, әйләнеп?
Аттарыбыҙ хәҙер сабыр ғына
Юшап тора ерҙә, һарайҙа.
Күҙҙәрендә - осҡон, гүйә улар,
Ҡасан юлға, тиеп һорайҙар.
Шул аттарҙа бәпәй алып ҡайттыҡ,
Ейәндәр ҙә ҡайтты шул атта.
Егеп сыҡҡан һайын һөйөү арта,
Ҡар иретә ала ҡараштар.
Ҡышҡы урам. Шығыр-шығыр һуҡмаҡ.
Манаралай күктә - һилал-ай.
Күкрәгемә ҡыҫам яңы айҙы
Көҫәп кенә алған балалай.
...Иҫ яңырта һаман һилал-ай...

Һилал* - яңы тыуған ай


2014